04.03.2020

Башҡортостан 2021 йылда умартасыларҙың халыҡ-ара форумын - Апимондияны уҙғара.

Башҡортостан 2021 йылда умартасыларҙың халыҡ-ара форумын - Апимондияны уҙғара. Әҙерлек эштәре күптән алып барыла. Рәсәй кимәлендә ойоштороу комитеты бар. Мәскәү кимәлендә тип әйтәм, сөнки форум Халыҡ-ара статусҡа эйә һәм уны Рәсәй беҙҙә - Башҡортостанда уҙғара. Ошоноһон айырым билдәләү кәрәк. Сараға әҙерлек сиктәрендә лә, йыйылып торған көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн дә Республика умартасылары алдағы аҙнала Өфөлә үҙ съездарына йыйына. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ ҙә шул ҡорға арнала. “Асыҡ студия”ла Умартасылыҡ һәм апитерапия үҙәге етәксеһе Әмир Ишемғолов.
Былтыр йәй бал ҡорттары күпләп ағыуланғайны. Умартасылар компенсация алдымы? Ошондай хәлдәрҙе иҫкәртеү-киҫәтеү саралары. Башҡорт тоҡомло бал ҡорттарын үрсетеү, ҡорттарҙы сирҙәрҙән һаҡлау, ошо һәм башҡа темалар - "Асыҡ студия"ла. бөгөнгө экспертыбыҙ - Апитерапия һәм умартасылыҡ үҙәге етәксеһе Әмир Ишемғолов.

Рейтинг: 8  Ишемгулов Амир Минниахметович 0 25

Комментарии

 

Чтобы добавлять комментарии Вам необходимо авторизоваться.