01.02.2019

Бөгөн Һамар ҡалаһында “Рәсәй лидерҙары” 2018-2019 йылдар”

Волга буйы федераль округы буйынса идарасылар конкурсының төбәк ярымфиналы башланды. Бәйге 4 февралгә тиклем дауам итәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан ярышсылары Һамар ҡалаһында Ырымбур, Һарытау, Һамар, Ульянов өлкәләре, Татарстан Республикаһы вәкилдәре менән бергә ҡатнаша. Финалға сығыу өсөн 434 кеше көс һынашасаҡ. Уларҙың 50-һе Башҡортостандан. 

Бөгөн конкурста ҡатнашыусылар дистанцион этаптың һөҙөмтәләрен иҫбатлар өсөн компьютерҙа тест һорауҙарына яуап бирҙе. Эштәрҙе баһалау саралары 2 һәм 3 февралдә үтә. Һөҙөмтәләр 4 февралдә билдәле буласаҡ. Программала оҫталыҡ дәрестәре, бәйгеселәрҙең берҙәм әүҙемлеген күҙ уңында тотҡан саралар ҡаралған.
Рейтинг: 2  Нуриахметов Мансур Альфрисович 0 17

Комментарии

 

Чтобы добавлять комментарии Вам необходимо авторизоваться.